Өфөлә «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамленең яңы ижад миҙгелендә тәүге концерты үтте

«Торатау» Конгресс-холы сәхнәһендә ансамбль тамашасылар яратҡан иң яҡшы номерҙары менән сығыш яһаны. Мәҙәни программа сиктәрендә «Илкәйем», «Башҡорт балы», «Өфө», «Салауатҡа дан» һәм башҡа вокал-хореография композициялары күрһәтелде, башҡорт, удмурт, ҡаҙаҡ, төрөк халыҡ бейеүҙәре ҡуйылды. «Мираҫ» ансамбле 1992 йылдың октябрендә Өфө ҡала Советы президиумы ҡарары буйынса ойошторола. Ошо ваҡыттан алып бөгөнгәсә ижади ансамбль тамашасыларҙы күп милләтле Рәсәй халыҡтары фольклорына, шулай уҡ башҡорт милли бейеүҙәренә нигеҙләнгән программалары менән ҡыуандыра.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ