Өфө аэропортын үҫтереү буйынса яңы пландар ҡаралды

Республикала аэродром инфраструктураһын модернизациялау мәсьәләләре Радий Хәбировтың Һауа транспорты федераль агентлығы етәксеһе Дмитрий Ядров менән осрашыуында өйрәнелде. Көн тәртибенә маршрут селтәрен, шул иҫәптән сит илдәргә осоштарҙы арттырыу юлдары барланды

Әле Өфөлә эске авиалиниялар буйынса 29 һәм 18 халыҡ-ара осоштар ойошторола. 2024 йылда Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» премияһына лайыҡ булды. Йыл һайын ул 4 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндерә.

Дмитрий Ядров идара командаһының авиация өлкәһен үҫтереүҙәге эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Төбәктә аваиация сәнәғәте, пилотһыҙ осоу аппараттары тармағы ла йылдам үҫешә, тине Росавиация етәксеһе. Осрашыуҙа баш ҡаланың һауа ҡапҡаларын артабан да модернизациялау мәсьәләләре лә ҡаралды.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ