Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дәүләт хеҙмәтенә йәлеп итеү, кибермутлашыусыларҙан зыян күреүселәргә юридик ярҙам, Йәштәр йәмәғәт палатаһының эшмәкәрлеген киңәйтеү. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бөгөн көҙгө сессияға старт бирҙе. Ултырышта Башҡортостан башлығы ҡатнашты. Парламент ултырышына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм яугирҙарҙың балалары ла саҡырылды. Ҡануни үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы яугирҙарҙы тәбрикләүҙән башлана. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың парламент сараһында ҡатнашыуы осраҡлы түгел. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан был ир-егеттәр киләсәк яҙмышын дәүләт хеҙмәте менән бәйләргә ниәтләй. Улар барыһы ла «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашыусылар. Радий Хәбиров депутаттар алдында ла төп бурыс булып махсус хәрби операцияға һәм яугирҙарға ярҙам итеү тороуын билдәләне.
Ултырышта ҡаралған төп ҡануни документтарҙың береһе-2025 йылға республика бюджеты. Төп финанс документтағы үҙәрештәр иҡтисад менән бәйле һәм килемде сығымдар менән тигеҙләүгә йүнәлтелгән. Килем өлөшө 19 миллиард һум тирәһенә кәмей, уның төп сәбәбе табышҡа һалымдың төшөүе менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта башҡа сығанаҡтарҙан төшөм артыуы көтөлә. Мәҫәлән, эш хаҡы фонды артҡан, үҙ сиратында унан күскән һалым да күбәйә.
Тағы ла бер закон проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ҡағыла. Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ дәүләт хеҙмәтенә йәлеп ителә, улар өсөн эшкә алғандағы конкурс талаптары йомшартыла. Башҡортостанда әле өс яугир ауыл хакимиәтен етәкләй, 50-һе урындағы үҙидара органдарына депутат итеп һайланған.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында бушлай юридик ярҙам тураһындағы закон проекты ла ҡаралды. Был ҡануни яңылыҡ менән өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр файҙалана ала. Шулай уҡ кибермутлашыуҙан зыян күргәндәр өсөн юристар ярҙамы тәҡдим ителә.
Йәмәғәт палатаһы йәштәр өсөн социаль лифт булып тора. Парламент ултырышында ҡаралған закон проектына ярашты ойошманың ағзалар һаны һәм эш срогы арттырыла. Был йәштәрҙе сәйәси-ижтимағи эшмәкәрлеккә күберәк йәлеп итеү маҡсатын күҙ уңында тота.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа әле үк был йүнәлештәге эшмәкәрлек яйға һалынған тип әйтергә мөмкин. Парламентта даими рәүештә йәштәр, уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторола, экскурсиялар уҙғарыла.
Көҙгө сесиияның тәүге пленар ултырышында депутаттар 40-тан ашыу ҡануни документты ҡараны. Уларҙың күбеһе республика закондары проекттарын тикшереүгә бәйле. Ултырышта шулай уҡ «Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына медицина ярҙамы күрһәтеү» темаһы буйынса Хөкүмәт сәғәте үтте. Бынан тыш мәғлүмәтте эҙләүгә, алыуға, таратыуға ҡаршы эщ итеү буйынса мәғлүмәт тыңланды.
Рәмзиә Кәримова



