Өфөлә йылылыҡ миҙгеленә старт бирелде

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ҡарарына ярашлы, йылы тәү сиратта социаль учреждениеларға: балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, һаулыҡ һаҡлау объекттарына, шулай уҡ ҡулланыусыларҙың заявкаларына ярашлы бирелә. Торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта йылылыҡҡа тоташтырыла. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Идара итеү щитын ҡаҙанлыҡ цехының йөрәге тип әйтергә мөмкин. Тиҫтәләгән монитор һәм йөҙәрләгән төймә. Йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек йылдам бара. Станция сәғәтенә 749 гигакалорий етештерә ала. Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәренең 1-се ҡаҙанлыҡ цехы Өфөнөң Киров, Ленин һәм Совет райондарының сәнәғәт предприятиеларын, социаль объекттарын һәм торлаҡ йорттарын йылылыҡ энергияһы менән тәьмин итә.

Әлеге ваҡытта цех 100 процентҡа әҙер. Ағымдағы ремонтҡа ярашлы, ҡаҙанлыҡтар, насостар тикшерелде. Алтынсы селтәр насосын алмаштырҙыҡ, цехтың ҡыйығы тулыһынса яңыртылды.

Анатолий Березюк, «Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре»нең 1-се ҡаҙан цехы етәксеһе

Бөтә ҡаҙандар ҙа газ ярҙамында йылытыла. Резерв яғыулыҡ-мазут, әммә һуңғы 10 йыл эсендә уны бер ҙә ҡулланырға тура килмәне, ти цех етәксеһе. Зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙә тотҡарлыҡтар булмай. Йылытыу миҙгеленең башланыуын тәү сиратта балалар баҡсалары тойҙо.

Автомат көйләгестәр мәктәпкәсә учреждениела балалар өсөн уңайлы температураны һаҡларға мөмкинлек бирә. Бүләмләрҙе үтә лә ныҡ йылытып ташлауҙан да һаҡлай. Бер көн алда һауа температураһы көндөҙ 28 градус эҫегә барып еткәйне. Бөгөн иһә ҡапыл һалҡынайтты. Әммә 127-се балалар баҡсаһы төркөмдәрендә йылы һәм уңайлы. Иртәнән үк батареяларҙан ҡайнар һыу йүгерә.

Быйыл йылыны иртәрәк биреүҙәре яҡшы. Һауа торошо боҙолоу менән бина һыуынып та өлгөрмәне. Һәр төркөмдә батареяларҙан тыш, иҙән дә йылытыла. Күреүегеҙсә, балалар еңелсә кейенеп йөрөй, бүлмә температураһы бик ҡулай.

Лада Строкова, Өфөнөң 127-се балалар баҡсаһы мөдире

Йылылыҡ менән тәү сиратта социаль учреждениелар тәьмин ителә. Был балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары. Ә бына торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта йылылыҡҡа тоташтырыла.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ