Иглин ауылының 7-се мәктәбе биләмәһендә уҙғарылған спорт сараһына 350-нән ашыу кеше ҡушылды. Балалар һәм үҫмерҙәр 100 метр араны үтһә, көмөш йәштәге атлеттар 500 метр, ҡалғандар бер саҡрым араға йүгерҙе. Кросҡа тотош ғаиләләре менән килеүселәр күп булды, шулай уҡ стартҡа мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа баҫты.
Ойоштороусылар мәғлүмәттәренә ярашлы, иң йәш ҡатнашыусыға ни бар 1 йәш тә ун ай булған, ә иң өлкәне 76-һын тултырған. Сәләмәт тормошто пропагандалаусы сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.



