Аяҡтан яҙғандарҙы атлата, билдән ҡалғандарҙы турайта. Өфө районының Михайловка ауылында урынлашҡан Шәмсетдинов клиникаһы әлеге ваҡытта киң таралған заман сирҙәре менән көрәшә, умыртҡа һөйәген, быуындарҙы дауалай. Йыл һайын был учреждение аша 600-лап кеше үтә. Операцияһыҙ ғына дауалау алымдары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлкәһе, Мәскәү, Екатеринбург. Шәмсетдинов клиникаһы илдең бәләкәй генә картаһы һымаҡ. Бында Рәсәйҙең, республиканың төрлө төбәктәренән килгән пациенттарҙы осратырға мөмкин.
Клиника осраҡлы рәүештә асыла. Ғүмер буйы халыҡ сәләмәтлеге һағында торған билдәле табип Альберт Рәшит улы үҙ кабинетын асырға хәл итә. Әммә эшмәкәрлек бер бүлмә менән генә сикләнмәй. Шәмсетдиновтың мөғжизәле дауалау алымдары, шифаһы тураһында дан тиҙ тарала. Пациенттарҙан сират барлыҡҡа килә.
Әле клиникала ай һайын 200-ләп кеше дауалана. Пациенттар өсөн бында йөҙгә яҡын дауалау төрө ҡаралған. Бер кеше генә көн һайын 20-гә яҡын процедура үтә. Иртәнге һигеҙҙән киске туғыҙға тиклем. Табиптар әйтеүенсә, иң уникаль аппараттарҙың береһе Кинетрак. Ул умыртҡа һөйәген урынына ултыртыу өсөн ҡулланыла.
Биоэнергетик һәм классик массаж, Герасимов алымы буйынса электростимуляция, ультратауыш, магнит процедуралары. Шәмсетдинов клиникаһында дауалау комплекслы рәүештә алып барыла. Бында хатта Ҡырымдан килтерелгән батҡаҡ менән дауалау, тоҙло бассейндар ҙа бар.
Шәмсетдинов клиникаһының тағы ла бер үҙенсәлеге-бында медицина процедуралары үтеүҙән тыш, йәшәү урындары ла ҡаралған, туҡланыу өсөн ашхана ла бар. Әммә пациенттар әйтеүенсә, иң мөһиме шарттар түгел, ә дауалауҙың һөҙөмтәһе.
Аҙ хәрәкт иткән, күберәк компьютер артында ултырып эшләгән дәүер өсөн умыртҡа һөйәге ауырыуҙары, быуындар һыҙлауы ғәҙәти күренеш. Шәмсетдинов клиникаһы ошо заман сирҙәрен дауала йҙа инде. Аяҡтан яҙғандар атлап, бөкөрәйеп килгәндәр турайып сығып китә тиҙәр уның хаҡында. Ҡайһы бер пациенттарҙың бында унынсы тапҡыр әйләнеп килеүе, сират тороуы шуға асыҡ дәлил.
Рәмзиә Кәримова



