Юбилей концерты-«Өфө-арена»ла. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы 25 йыллығын республиканың иң ҙур сәхнәһендә ҡаршы алды. Берҙәм ижади коллективтың байрамын Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан саҡырылған махсус ҡунаҡтар, биш меңдән ашыу тамашасы уртаҡлашты. Радионың үҫеш юлы һәм сағыу шоу-программа тураһында киләһе материалда.
«Юлдаш» радиоһы тыңлаусыларын республиканың иң ҙур концерт майҙансығында-«Өфө-арена»ла сәләмләне. Сағыу шоу-программа, таныш, күңелгә яҡын йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәм ҡурай моңдары-4 сәғәт ярымлыҡ тамаша тап шулай хәтерҙә ҡаласаҡ.
Милли радиолағы тәүге эфир 2000 йылдың 25 сентябрендә сыға. Бөгөн каналды Башҡортостан район-ҡалаларында ғына түгел, Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә лә яратып тыңлайҙар. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Өфөләге концертҡа килеүселәр, «Юлдаш»ты ҡеүәтләүселәр күп булды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 25 йыллыҡ юбилей уңайынан «Юлдаш» радиоһының ижади коллективына һәм ветерандарына ҡотлау хаты ебәрҙе. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткергән канал республика медиа киңлегендә лайыҡлы урын алған. «Юлдаштың» туған тел таҙалығын һаҡлауға, күп милләтле мәҙәниәтте үҫтереүгә, илһөйәрлекте нығытыуға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Сәхнәлә Башҡортостандың һәм Татарстандың билдәле эстрада йондоҙҙары, Ҡаҙағстандан һәм Ҡытайҙан саҡырылған артистар ҙа сығыш яһаны. Тамашасылар һәр сығышты көслө алҡыштарға күмде.
Артистар йыр-моң бүләк итһә, ижади коллектив тамашасыларҙы бүләктәре менән ҡыуандырҙы.
«Беҙ бергә!»-сирек быуат дауамында «Юлдаш»тың берҙәм коллективы тыңлаусыларға фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Халыҡ мәнфәғәтендә эшләй. «Өфө-арена»лағы концерт та тап Милли радионың тоғро дуҫтарына рәхмәт билдәһе.
Гөлназ Хәйбуллина



