Өфөнөң Көрәш һарайында профессиональ бокс кисәһе үтә

Бөгөн Өфөнөң Көрәш һарайында профессиональ бокс кисәһе үтә. Ярыш алдынан «Арт-квадрат» майҙансығында медиа үлсәү тантанаһы ойошторолдо. Мауыҡтырғыс сара төбәктә спорттың был төрөн популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Рингта донъяның биш иле вәкиле ҡатнаша, Башҡортостан данын 4 спортсы яҡлай. Уларға килгәндә, Рәсәй чемпионы Азалия Әминева Төркиә ҡыҙы менән осраша. Ил чемпионаты призеры Бекхан Исраилов Иран ҡунағы менән алыша. Волга буйы федераль округы чемпионатының өс тапҡыр еңеүсеһе Данис Ғабдрафиҡовҡа Ҡаҙағстан боксеры ҡаршы торасаҡ. Кисәнең төп ваҡиғаһы-Артур Собханғолов менән Тигран Узлян араһындағы алыш. Бокс кисәһе «Матч тв» телеканалында тура эфирҙа күрһәтелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ