Йыл һайын 3 миллионға яҡын туристы йәлеп итеү-төп маҡсат. Һуңғы арала Башҡортостанда эске туризмға айырыуса иғтибар бирелә. Яңы туристик урындар барлыҡҡа килә, инфраструктура үҫешә. Уларҙың береһе-тәбиғәт һәйкәле һаналған Зәңгәркүл эргәһендә асылған комплекс. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Башҡортостандың иң билдәле һәм матур урындарының береһе. Өфөнән алыҫ түгел Ҡрымыҫҡалы районы Яңы Муса ауылы эргәһендә урынлашҡан Зәңгәркүл. Йөрәк формаһын хәтерләткән һыу ятҡылығы күптәрҙең һөйөүен яулаған. Бында республика халҡы ғына түгел, башҡа төбәк туристары ла йыш ҡунаҡ.
Матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан Зәңгәркүл-күпселек кешеләр өсөн көс йыйыу, энергия туплау урыны булып тора. Юҡҡа ғына күл эргәһендә асылған яңы туристик локация «Көс урыны» тип аталмай. Ике йыл элек асылған комплекс мунса инеү йолаларын тарата.
Комплекста алкоголле эсемлектәр һатылмай, уларҙы алып килеү ҙә тыйылған. Халыҡты был ҡурҡытмай, киреһенсә, ял итергә теләүселәр һаны арта ғына. Йәйге-ҡышҡы осорҙа айына 6 меңдән алып 9 меңгә тиклем кеше килгән.
Яҡын арала комплекс биләмәһендә 12 метрлыҡ тирмә урынлаштырыу күҙаллана. Унда музыканттар өсөн сәхнә төҙөләсәк. Шулай уҡ милли аш-һыу бешереү урынын булдырыу планлаштырылған. Республикала инфраструктураны үҫтереү төбәккә туристар ағымын йыл һайын 20-25 процентҡа арттырыу мөмкинленге бирә. Төп маҡсат булып ял итеүселәр һанын 3 миллионға тиклем еткереү тора.
Властар үҙ яғынан туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарына ярҙам итеү ысулдарын уйлап таба. Әле Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса проекттар ҡабул ителә.Туризмға ярҙам итеү-республиканың киләсәгенә инвестициялар һалыу һәм эш урындары булдырыу тигәнде аңлата.
Әлфинә Килдейәрова



