Бәләбәй районында Аксаков көндәре үтте

Күренекле яҙыусы Сергей Аксаковтың тормош юлына һәм ижадына арналған фестивалдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе һәм ҡунаҡтар шәхес һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, Аксаков йорт музейы алдына ағас ултыртты. Бәләбәй районына эш сәфәрендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты, яңы сүп-сар эшкәртеү комплексын ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Бәләбәйҙә -яңы майҙан. Тормош өсөн инфраструктура проектында еңеүсе биләмәлә Новаторҙар Бульвары төҙөкләндерелә. Федераль проект буйынса төҙөлөш эштәренең беренсе этабы ноябрҙә тамамланасаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров биләмәлә реконструкция барышы менән танышты.

Бәләбәй Мәҙәниәт һарайы алдында урынлашҡан майҙанда яҡтыртыу ҡоролмалары, эскәмйәләр ҡуйылған, тротуарҙар яңыртылған, ял зоналары тәртипкә килтерелгән. Төҙөлөшкә федераль һәм республика бюджеттарынан 240 млн һум аҡса бүленгән.

Капиталь ремонттан һуң асылған мәктәп бинаһында 880 уҡыусы белем ала. Уҡытыу ике корпуста алып барыла. Күләмле ремонт барышында учреждениела йылытыу системаһы яңыртылған, кабинеттар заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, мәктәп ихатаһы тәртипкә килтерелгән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бәләбәйҙә төҙөлгән сүп-сар эшкәртеү комплексында булды. Октябрҙә асыласаҡ заманса комплекста Әлшәй, Бишбүләк, Дәүләкән, Йәрмәкәй һәм Бәләбәй райондарынан килтерелгән көндәлек ҡалдыҡтар эшкәртеләсәк. Объектта 50 кешегә яңы эш урындары булдырылған. Бында йылына 100 мең тонна сүп эшкәртергә мөмкин буласаҡ. Комплекс тулыһынса автоматлаштырылған режимда эшләй.

Республикала үткән 35-се Аксаков фестиваленең бер өлөшө Бәләбәй районы Надеждин ауылында ойошторолдо. Аксаковтар йорт -музейы майҙаны төрлө милләттәрҙе дуҫлыҡ байрамында берләштерҙе.

Өфөлә тыуып үҫкән билдәле яҙыусы Сергей Аксаков иҫтәлегенә бағышланған сарала Радий Хәбиров ҡунаҡтар менән шәхес һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. 2010 йылда асылған һәйкәл Дмитрий Солунский исемен йөрөткән сиркәү эргәһендә урынлашҡан. Төбәк етәксеһе «Ҡатын -ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» һәм Өфө хосписы хәйриә фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова менән ҡорамды ҡараны, яңы асылған Йәкшәмбе мәктәбендә малай -ҡыҙҙар менән аралашты. Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларын Григорий Аксаков ордендары менән бүләкләне

Бөйөк яҙыусы Сергей Аксаков әҫәрҙәре күп телдәргә тәржемә ителгән. Уның бай йөкмәткеле, халыҡсан ижады төрлө милләттәрҙе берләштерә, дуҫлыҡ һәм татыулыҡ өлгөһө булып тора.

Сергей Аксаковтың тормошона һәм әҙәби мираҫына арналған байрам майҙанында ҡул оҫталары күргәҙмәһе, йәрминкә ойошторолдо. Шәхес исемен йөрөткән аллеяла ағас үҫентеләре ултыртылды. Халыҡ-ара Аксаков көндәре Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы райондарында, Өфөлә дауам итә.

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ