Өфөнөң Октябрь проспектында сирендәр аллеяһына нигеҙ һалынды

Сара бөгөн республика район-ҡалаларында старт алған «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә үтте. Ағас ултыртыуҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашты.

Ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡаланы йәшелләндереү ландшафт дизайны белгестәре менән берлектә алып барыла. Проектлауҙа биләмә үҙенсәлектәре, йәйәүлеләр трафигы, эстетик һәм уңайлы планлаштырыу ҡарарҙары иҫәпкә алына. Ағас-ҡыуаҡтар, декоратив материалдар махсус һайлап алына. «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 4 октябргә тиклем дауам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ