Авария Ҡаҙанғол-Соколовка юлында теркәлә. Дәүләкән лицей-интернаты уҡыусыларын ташыған 59 йәшлек «ПАЗ» автобусы водителе идара итеү һәләтен юғалтып, юл ситенә төшөп түңкәрелә. Был мәлдә салонда 9-сы класта уҡыған өс үҫмер була. Уларҙың береһе тән йәрәхәте ала. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәтеү осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.



