«Ауыл биләмәһе көнө». Өфө районы Черкассы ауылы паркында бер юлы бер нисә мөһим дата-ауыл биләмәһенең һәм Өфө районының 95, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына арналған байрам сараһы ойошторолдо. Йолаларҙы һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы сара хаҡында киләһе яҙмала.
Черкассы ауылы биләмәһендә Күндерәк, Яңы Ҡарашиҙе, Сыбаръяҙ, Волков, Покровка ауылдары урынлашҡан. Байрам йәрминкәһенә һәр ауыл үҙ хужалығында етештергән мул күстәнәстәр менән килгән. Меңдән ашыу халыҡ Черкассы ауыл биләмәһендә берҙәм татыу ғаиләлә ғүмер итә. 95 йыл эсендә ауыл биләмәһе яҡшы үҙгәрештәр кисергән, халыҡ йәшәйеше өсөн социаль инфраструктураны үҫтереүгә лә етди иғтибар бүленгән.
Черкассы ауыл биләмәһен 15 йылдан ашыу Рәмзиә Ғилемхан ҡыҙы Гәрәева етәкләй. Уның иңдәрендә меңдән ашыу халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыу.
Махсус хәрби операция башланыу менән алты ауыл халҡы яугирҙарға тыл ярҙамын күрһәтеү өсөн берләшкән. Һалдат әсәһе Вера Пермякова шәхсән йөҙ пар йылы ойоҡбаштар бәйләгән, посылкалар ебәргән. Черкассы ауыл билмәһендә йәшәүселәр Еңеү өсөн тыл ярҙамын күрһәтә. Ҙур сәхнәнән махсус хәрби операция яугирҙарына әүҙем ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәргә рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр, һалдат ғаиләләренә бағыусыларҙан аҙыҡ-түлек тупланмаһы тапшырылды.
Ауыл байрамында ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы парҙар ҙа тәбрикләнде. Ярты быуаттан ашыу һәм унан да күберәк бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлаусы ғаилә парҙары йәштәргә өлгө булып тора.
Сәхнәнән яңғыраған рухлы йырҙар сараға килгән ҡунаҡтарға байрам кәйефе өҫтәне. Бәләкәстәр өсөн батуттар, аквагрим, шәрбәт мамыҡ менән һыйлау һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы ауыл биләмәһе байрамы Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына һәм әлеге ваҡытта илебеҙ һағында торған яугирҙарға рәхмәт йөҙөнән ойошторолдо.
Гүзәл Борханова



