Бөгөн-тәрбиәселәр һәнәри байрамын билдәләй. Баймаҡ ҡалаһы һәм районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында 180-гә яҡын тәрбиәсе эшләй. Теманың дауамы киләһе яҙмала
Үҙенең хеҙмәт юлын уҡытыусы булып башлаған Альбина Байморатова 2014-се йылдан Баймаҡ ҡалаһының «Толпар» балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе булараҡ эшен дауам итә. Бөгөн ул-үҙ эшенең оҫтаһы, бай педагогик стажлы, тәжрибәле, юғары категориялы, эшен яратҡан, намыҫлы, итәғәтле тәрбиәсе.
Балалар беренсе көндән үк ыңғай мөхит һәм уңайлы шарттар булдырылған төркөмгә рәхәтләнеп йөрөй. Альбина Байморатова ла балараға иғтибарлы, иң кесе төркөм кескәйҙәренең үҙгәрештәрен шунда уҡ һиҙә. Тәрбиәсе уларҙың төрлө яҡлап үҫешенә күп тырышлыҡ һала.
Балалар баҡсаһында кескәйҙәр менән уртаҡ тел таба, ҡыҙыҡһындыра, һәләттәрен үҫтерә белгән тәрбиәселәрҙең эшләүе мөһим. Баймаҡ ҡалаһында ла тап шундай-балаларға күңел йылыһын биргән, уларҙы хәстәрлек менән солғаған үҙ эшенә мөкиббән китеп, бар оҫталығын һәм күңелен һалып эшләгән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Шуға күрә лә уларҙың тәрбиәләнеүселәре район, Республика, хатта Рәсәй кимәлендә уҙғарылған сараларҙа һәр саҡ уңышлы сығыш яһай.
Рүзилә Ғүмәрова



