Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 87-се ижад миҙгелен асырға әҙерләнә

Ошо уңайҙан коллектив киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәрен ҙур матбуғат конференцияһына йыйҙы. Һүҙ көтөлгән концерт программалары, фестивалдәр, юбилей тамашалары тураһында барҙы. 1 октябрҙә рәсми асыласаҡ ижад миҙгеленә Башҡортостандың халыҡ ҡоралдары милли оркестры старт бирә. Республиканың алдынғы мәҙәни коллективы быйыл үҙенең 25 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан, улар тамашасы иғтибарына халыҡ һөйөүен яулаған композицияларын тәҡдим итәсәк. Артабан милли оркестр Рәсәй төбәктәре буйлап күләмле сәфәргә сығырға иҫәп тота.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ