Өфөлә «Инклюзив атлетика» фестивале үтте

Рәсәйҙә физик культура һәм спорт өлкәһендә тәүге социаль йоғонто проекты сиктәрендә уҙғарылған сара инвалидтарға әүҙем тормош алып барыуға йүнәлтелгән. Уны ойоштороуҙа «Инклюзив атлетика» программаһының «Һин уйында» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулауы булышлыҡ иткән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Дәүләкәндәр Инклюзив атлетика фестиваленә махсус әҙерләнеп килгән. Команда ағзалары ла ятып ҡалғандарҙан түгел. Мәҙинә Ильясова мәҫәлән, саңғы буйынса спорт мастерлығына кандидат.

Инклюзив атлетика фестивале, ғөмүмән, республикала ғына түгел, ил кимәлендә ойошторолған тәүге уникаль проект. Ҡатнашыусы командалар тиҫтәләп квесты тиҙлеккә түгел, етеҙлеккә үтте. Майҙансыҡ буласаҡ паралимпия уйынсыларын тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуя. Был тәңгәлдә, донъя кимәлендә уңыш яулаған яҡташтарыбыҙ бик күп.

Спорт сараһынан Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернаты ла ситтә ҡалманы. Уҡыусыларҙан тыш мәктәпте төрлө йылдарҙа тамамлаусылар ҙа бар ине. Фестиваль һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә йәмғиәттә йәшәүгә яраҡлашыу йәһәтенән әһәмиәтле.

«Рәсәй спорты» дәүләт программаһы физик әүҙемлек менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыуға һәм уларҙы яҡшыртыуға, күмәк спортты популярлаштырыуға һәм йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Илдә тейешле инфраструктура киңәйә, күләмле саралар үткәрелә, «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы тормошҡа ашырыла, шулай уҡ балалар араһында күнекмәләр өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Шул иҫәптән, мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә иғтибар үҙәгендә ҡала. Әлеге инклюзив фестивалгә сығарылған уйындар киләсәктә республиканың айырым төбәктәрендә лә булдырылыр тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ