«Башҡортостан» полкы хәрбиҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ялынан һуң, «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәре махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙар ике аҙна ялын яҡындары менән уҙғарған. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, мәктәптәрҙә асыҡ дәрестәрҙә ҡатнашҡан. ир-егеттәрҙе оҙатыу тантанаһында яугирҙың ғаилә ағзалары, туғандары, дуҫтары ҡатнашты.

Ил именлеге өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙҙы тәғәйен урынға алып барыу өсөн Башҡортостан етәкселеге уңайлы автобустар бүлгән. Транспорт сараларын дәүләт автоинспекцияһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатып барасаҡ. Әйткәндәй, республикала йәмғеһе 54 ярҙам сараһы ҡаралған. Улар мәғариф, медицина ярҙамы, социаль яҡлау, эшкә урынлашыу, көнкүреш проблемаларын хәл итеү кеүек һорауҙарҙы үҙ эсенә ала. Хәстәрлек төрҙәре киләсәктә тағы ла киңәйер тип көтөлә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ