Учреждениела менталь боҙолоуҙары булған оло йәштәге 120 кеше йәшәй. Күптәренең туғандары юҡ, улар өсөн иң яҡын кешеләр-интернат хеҙмәткәрҙәре. Бергәләп улар байрам концертына әҙерләнә. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
«Һабантуй мажаралары» шиғырын Зәлифә Тәлғәт ҡыҙы йәшлек хәтирәләренә нигеҙләнеп ижад иткән. Ат сабышында ҡатнашҡаны өсөн баян менән бүләкләнгән ҡыҙ, шунда уҡ йырлап ишеттерә. Уның шиғритәкә һөйөүе 5 класта уҡ башлана.
Ижади күңелле Зәлифә ханым һөнәре буйынса инженер-механик икәненә ышаныу ла ауыр. 54 йыл ғүмерен ул шәкәр заводын күтәреүгә һәм үҫтереүгә бағышлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Зәлифә Тәлғәт ҡыҙының туғандары юҡ, ә яңғыҙ йәшәү ауыр бирелә. Йыл башында ул Темәс психоневрология интернатынан Благовещенға күсерелә. Бында Зәлифә Сәғәҙиева тәрбиәләнеүсе генә түгел, хеҙмәткәр ҙә. Ашханаға эшкә урынлашып бешерергә ярҙам итә.
Благовещен психоневрология интернатында ижади кешеләр күп, уларҙың береһе Радимир Васильевич. Тормошон йыр-моңға бәйләгән замандашыбыҙ Баҡалы районында «Диалог» рок-төркөмөнә нигеҙ һала. Музыканы әле лә ташламай, интернатта ойошторолған бер концерт та Радимир Васильевичһыҙ үтмәй.
Благовещен психоневрология интернатының ололар өсөн корпусы 2023 йылда асыла. Бында улар ҡул эштәре, музыка менән шөғөлләнә, китап уҡый. Психолог менән даими рәүештә дәрестәр үткәрелә.
Әлфинә Килдейәрова



