Баймаҡта мосолман зыяратын кәртәләү тамамланды

Изге эштә район һәм ҡала хакимиәте, хеҙмәт коллективтары, барса халыҡ ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡтың Кәкреауыл биҫтәһендә урынлашҡан мосолман зыяраты 1250 квадрат метр майҙанды биләй. Бер-нисә йыл элек урындағы халыҡ мәңгелек йортто тәртипкә килтереү мәсьәләһен күтәреп сыға. Быйыл май айында «Нәсихәт» мәсете мәхәлләһе 600 метрлыҡ иҫке ҡойманы яңыртырға ҡарар итә. Инициатива район һәм ҡала хакимиәте, битараф булмаған ҡала халҡы тарафынан хуплана.

Өмәлә ир-егеттәр ҡойма ҡуйыуҙы дауам итте, ҡатын-ҡыҙҙар буяу эштәре менән булды. Шулай дөйөм тырышлыҡ менән мосолман зыяраты төҙөкләндерелде.

Ҡәберлектәрҙе тәртиптә тотоу -үткәнгә хөрмәт билдәһе, киләсәк тураһында хәстәрлек күреү һәм мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу ул. Ата-бабаларыбыҙ тураһында хәтерҙе ихтирам итеү һәр кемдең изге бурысы.

Рүзилә Ғүмәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ