Башҡортостан колледждарына ғаризалар 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшәмәлә республика мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. 26 урта һөнәри белем биреү колледжында бюджет урындары бар. Ул сентябрҙә төп дәүләт имтиханын тапшырған 9-сы класты тамамлаған уҡыусыларға өҫтәмә мөмкинлек бирә, тип билдәләне министр.

Башҡортостан колледждарына ғаризалар 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына сертификаттар тапшырыла. Бюджет урындары булмаған һөнәрҙәр буйынса уҡырға ингәндә уҡыу хаҡы ҡайтарыла. Бөгөнгә 700-гә яҡын ошондай сертификат бирелгән. Быйыл беренсе курс студенттарынан 21 ғариза килгән.

Фото №1 - Башҡортостан колледждарына ғаризалар 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ