Автомобиль юлдарында төндә һәм иртәнгә ҡарай томан төшә, күреү мөмкинлеге 500 метрғаса сикләнә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы электр һәм газ ҡорамалдарын, шулай уҡ мейесте файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәңәш итә. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, дистанцияны һәм тиҙлек режимын һаҡлағыҙ!



