Башҡортостанда 2 меңдән ашыу социаль учреждение һәм 7 меңгә яҡын күп ҡатлы йортҡа йылы бирелгән. Йәмғеһе 50 районда йылытыу миҙгеле башланған. Радий Хәбиров әйтеүенсә, энергия ресурстары менән тәьмин итеүҙе һауа торошона ҡарап һәр муниципалитет үҙе хәл итергә тейеш. Халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим, тине төбәк етәксеһе аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә.
Балалар баҡсаһында кескәйҙәр рәхәтләнеп күлдәксән генә йөрөй. Батареяларҙан күптән инде йылы һыу йүгерә. Ата-әсәләргә сабыйҙары өсөн борсолаһы түгел.
Ә бына ата-әсәләрҙең үҙҙәренә бер аҙ өшөргә лә тура килде. Йылы менән тәү сиратта социаль учреждениелар тәьмин ителә. Был балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары. Ә бына торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта ҡаҙанлыҡҡа тоташтырыла.
Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе лә тап йылытыу миҙгеленә ҡағылышлы. Бына инде ике аҙна халыҡты тап ошо мәсьәлә нығыраҡ борсой. Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙең теләген иҫәпкә алып, мәсьәләне муниципаль кимәлдә хәл итеү кәрәклеген хәтергә төшөрҙө.
Ә бына ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре өсөн бындай һауа торошо ҡулай. Шәкәр сөгөлдөрө бирешеп бармай һәм татлы ла була. Гектарынан 450 центнер ҡаҙып алынған тамыраҙыҡты эшкәртеп өлгөрөр өсөн һыуыҡтар файҙаға ғына. Игенде тулыһынса йыйып алыу өсөн дә күп ҡалмаған.
Республиканың мәғариф өлкәһе лә көҙгө һандарҙы барлай. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, туғыҙынсы класты тамамлаусы балаларҙың 60 проценты уҡыуҙы һөнәри белем биреү учреждениеларында дауам итеүҙе хуп күрә.
Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса колледждарҙа бюджет урындары ике меңгә арттырылды. Шул иҫәптән ете йөҙгә яҡын бюджет урыны әлегәсә буш ҡала. Был урындар дөйөм дәүләт имтиханын сентябрҙә тапшырыусылар өсөн һәм документтар 25 ноябргә тиклем ҡабул ителәсәк.
Айнур Кәбиров




