Тарихи дата айҡанлы белем усағында мәктәп коллективы, мәғариф ветерандары, сығарылыш уҡыусылары ҡатнашлығында күләмле байрам сараһы үтте. Тантана яу ҡаһармандары һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Ә мәктәп алдында ҡунаҡтарҙы 100 йыллыҡ юбилей менән 100 ҡурайсы тәбрикләне.
Иҫке Собханғол мәктәбе Бөрйән районының төп мәғариф учреждениеһы. Бер быуат эсендә белем усағы 5 меңгә яҡын уҡыусыны оло тормош юлына сығарған, уларҙың 200-гә яҡыны мәктәпте миҙалға тамамлаған. Әлеге көндә Иҫке Собханғол мәктәбенең 7 ауылда филиалы эшләй, 22 ауылдан балалар интернатта йәшәп йәки автобус менән йөрөп уҡый. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иң яҡшы мәктәптәре исемлегенә ингән белем усағында»Һәләтле балалар«проекты тормошҡа ашырыла, Үҫеш нөктәһе эшләй, юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек булдырылған, медицина, ауылы хужалығы кластары асылған. Бөгөнгө ҡаҙаныштар мәғариф хеҙмәткәрҙәренең йылдар дауамындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе, тине мәктәп директоры Әхәт Әбдрәхимов.



