Белгестәр әйтеүенсә, гранттар фондына төрлө йүнәлештәге ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл тәү сиратта ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалауға, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе яҡлауға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен хәстәрләүгә йүнәлтелгән проекттарға өҫтөнлөк биреләсәк. Граждандар институтын үҫтереү буйынса Башҡортостан башлығы гранттарына ғаризаларҙы 27 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин. Былтыр бөтәһе 407 ғариза ҡабул ителгән, 92 еңеүсе билдәләнгән.



