Аксаков исемендәге ял паркына табиптар, медицина уҡыу йорттары студенттары, ирекмәндәр йүгерергә сыҡты. Республика кардиология үҙәге тарафынан ойошторолған кросста дистанцияны атлап сығырға ла мөмкин ине. Иң мөһиме-хәрәкәт итеү. Табиптар әйтеүенсә, аҡ халатлылар өсөн төп бурыс-кешенең ғүмер оҙонлоғон арттырыу. Әле ул 73 йәш тәшкил итә. Юғары күрһәткескә ирешеү өсөн үлем осраҡтарын кәметеү мөһим, шуға ла йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү төп бурыс булып тора



