«Юлдаш» – 25 йыл тыңлаусылар менән бергә

«Теге өсәү» иртәнге сәғәттәрҙән үк радио тыңлаусыларҙың кәйефен күтәрә, эш көнөнә көйләй. Йәнле аралашыу, шаяртыуҙар, уйындар һәм дәртле музыка-өс сәғәтлек эфир шулай күңелле, бер тында үтә. «Теге өсәү»ҙе «Юлдаш»тың йөҙө, бренды тип тә әйтәләр, ниндәй генә сара булмаһын-сәхнәлә лә улар бергә.

Милли радиола төш ваҡытында ла тыңлаусыларҙың күңеленә яҡын темаларға йәнле һөйләшеүҙәр ойошторола. Ауыл, ҡала тормошо, ғаиләләге мөнәсәбәт, тәрбиә мәсьәләләре, кеше яҙмыштары-халыҡты борсоған көнүҙәк һорауҙарҙың барыһы ла «Өфө һөйләй» тапшырыуында.

«Юлдаш» дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт еткергән канал булараҡ та төбәктең медиа киңлегендә лайыҡлы урын биләй. «Яңылыҡтар» хеҙмәте журналистары йылына дүрт меңгә яҡын сығарылыш әҙерләй, тап ошо стеналарҙа республика тарихы, йылъяҙмаһы туплана.

Йылдар үтеү менән ижади коллектив та яңы көстәр менән тулылана. «Яңылыҡтар»ҙы уҡыған, репортаждар әҙерләгән йәштәрҙең күҙҙәрендә осҡон, тауыштары ла тыңлаусыларҙың күңеленә яҡын.

«Асыҡ студия»ла асыҡтан-асыҡ һөйләшеү. Хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары, ҡануниәттәге үҙгәрештәр, республиканың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади үҫеше-тәжрибәле журналист Гүзәл Ситдиҡова власть органдары вәкилдәре, төрлө өлкә белгестәре менән әңгәмәләр ҡороп, көнүҙәк һорауҙар буйынса фекерҙәрен белә, халыҡҡа дөрөҫ һәм тулы мәғлүмәт еткерә.

«Беҙ бергә!»-«Юлдаш»тың берҙәм коллективы тап ошо девиз аҫтында сирек быуат дауамында тыңлаусыларға фиҙаҡәр хеҙмәт итә. Тәүлек әйләнәһенә халыҡтың рухи-мәҙәни һәм әхләҡи ихтыяжын байыта.

Милли радиолағы тәүге эфир 2000 йылдың 25 сентябрендә сыға. Ҡыҫҡа тапшырыуҙар һәм рубрикалар, тура эфирҙар-ФМ йышлыҡтарындағы яңы канал халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителә. Техник үҙгәрештәр эш процессын күпкә еңеләйтә. Радионың атамаһына килгәндә, коллективтың берҙәм ҡарары менән һайлап алынған ул. «Юлдаш» тиҙ арала юлдаштарын, тоғро тыңлаусыларын таба.

«Юлдаш»тың ике миллиондан ашыу тыңлаусыһы бар, айырыуса ауыл ерлегендә, күрше төбәктәрҙә, сит илдәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ туған телдә яңғыраған тапшырыуҙарҙы, башҡорт моңон яратып тыңлай.

«Юлдаш» радиоһы тауыш режиссерҙары менән дә көслө. Тап улар эфирҙы музыкаль яҡтан биҙәү, тауыш сифаты өсөн яуаплы.

«Хит-парад» фестивале, «Юлдаш дуҫтарын йыя» тип исемләнгән осрашыуҙар, «Сәләм, студент!» концерты-радио хеҙмәткәрҙәре йыл һайын тыңлаусыларын мәҙәни проекттары менән һөйөндөрә. «Өфө-арена»ла тәүге тапҡыр уҙғарылған сағыу шоу-программа ла меңдәр күңелен яуланы.

Күңелгә яҡын йырҙар, дәртле бейеүҙәр һәм ҡурай моңдары-4 сәғәт ярымлыҡ тамаша тап шулай хәтерҙә ҡаласаҡ. «Юлдаш»тың 25 йыллығына арналған концерт республиканың төрлө район-ҡалаларынан, сит төбәктәрҙән килгән биш меңдән ашыу тамашасыны берләштерҙе.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 25 йыллыҡ юбилей уңайынан «Юлдаш» радиоһының ижади коллективына һәм ветерандарына ҡотлау хатында каналдың туған тел таҙалығын һаҡлауға, күп милләтле мәҙәниәтте үҫтереүгә, илһөйәрлекте нығытыуға индергән өлөшө ҙур булыуын билдәләне.

«Юлдаш» радиоһы йыр сәнғәтендә яңы исемдәр аса, яңғыҙ башҡарыусылар һәм ижади коллективтарға үҙ тыңлаусыһын табырға ярҙам итә. Күренекле артистар ҙа киң тамашасыға танылыуға башланғыс биргән милли радиоға рәхмәтле.

«Юлдаш»тар хайран итә белә. Республиканың ҙур аренаһында ойошторолған концерт артистарҙы тыңлаусылар менән тағы ла нығыраҡ яҡынайтты.

«Юлдаш» радиоһы үҫеш юлын дауам итә. Берҙәм ижади коллектив барығыҙҙы ла «йөҙ ҙә биш тә биш фм йышлыҡтарында көтә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ