Райондың Аҡъяр ауылында “Ирҙәр клубы” асылды. Клубта тематик осрашыуҙар, тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре, дискуссиялар ойошторола. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 50-нән ашыу ярҙам сараһы булдырылған. Район һәм ҡалаларҙа “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды социаль кординаторҙары эшләй.




