Башҡортостан менән яңы төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек үҫә

Бөгөн Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре халҡы бөйөк Рәсәйҙең бер өлөшө булырға ҡарар итеүенә өс йыл тулды.

Ошо мөһим ваҡиға менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүсе ҡәрҙәштәребеҙ тураһында даими хәстәрлек күрелә. Беҙҙең яугирҙар ҡулдарына ҡорал алып, биләмәләрҙе нацистарҙан азат итә, тыныс халыҡты дошмандан һаҡлай. Башҡортостандың һәр төбәгендә гуманитар ярҙам йыйыла. Беҙ 200-ҙән ашыу объектты тергеҙеп, ошо эште дауам итәбеҙ. Бөгөн уртаҡ киләсәгебеҙ тураһында уйлайбыҙ. Төрлө өлкәләрҙә берлектәге проекттар тормошҡа ашырыла, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек, сәнәғәт кооперацияһы яйға һалына. Бергәләп еңеүебеҙҙе көтәбеҙ. Ул мөмкин тиклем тиҙерәк килһен өсөн барыһын эшләйәсәкбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ