Йылы менән тәү сиратта социаль учреждениелар тәьмин ителә. Был балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм һаулыҡ һаҡлау объекттары. Ә бына торлаҡ йорттар биш көн дауамында уртаса тәүлек температураһы 8 градустан түбән булған осраҡта ҡаҙанлыҡҡа тоташтырыла.
Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күбеһе лә тап йылытыу миҙгеленә ҡағылышлы. Бына инде ике аҙна халыҡты тап ошо мәсьәлә нығыраҡ борсой. Радий Хәбиров республикала йәшәүселәрҙең теләген иҫәпкә алып, мәсьәләне муниципаль кимәлдә хәл итеү кәрәклеген хәтергә төшөрҙө.



