Һауала һәм тупраҡ өҫтөндә -4, -9, таулы райондарҙа 10 градусҡаса тиклем ҡырау төштө. Ирәмәл тауында һәм Сибай ҡалаһында бер көн элек ҡар яуыуы күҙәтелгәйне.
Башгидромет фараздары буйынса,алдағы көндәрҙә яуым төшөмһөҙ, аяҙлы- болотло һауа торошо көтөлә. Һауа температураһы төндә 0, +5° тирәһе, көндөҙ +7, +12° градусҡаса йылыта.
Октябрҙә уртаса айлыҡ температура нормаға яҡын +4, 3 °C булыр тип фаразлана. Был айҙа яуым-төшөмдөң норманан түбәнерәк һәм 40-60 мм-ҙан кәмерәк булыуы көтөлә.
Башгидромет шулай уҡ республиканың ҡайһы бер райондарында 4-се класлы янғын хәүефе һаҡланыуы хаҡында иҫкәртте. Шуға бәйле усаҡ яғыу һәм ҡороған үҫемлектәрҙе яндырыу тыйыла.



