Өс йыл элек яңы төбәктәр Рәсәйгә ҡушылды

Өс йыл өйҙә. 2022 йылдың 30 сентябрендә Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары, шулай уҡ Херсон һәм Запорожье өлкәләре Рәсәй составына инде. Был ҡарар референдум һөҙөмтәһендә ҡабул ителә. Халыҡтың 99 проценттан ашыуы берләшеү өсөн тауыш бирә. Йәғни тарихи ғәҙеллек тергеҙелә. Әммә Киев режимы йәмәғәтселек ҡарарын таныуҙан баш тарта һәм тыныс ҡалаларҙы, уларҙың халҡын тағы ла ҡатыраҡ бомбаға тота башлай. Күптәр емерелгән йорттарын ташлап күсеп китергә мәжбүр була. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажында.

Олеся Иванова 2014 йылда Киев майҙанындағы ваҡиғаларҙан һуң көн һайын ғаиләһе өсөн ҡурҡып йәшәй. Уларҙың тыуған ҡалаһы Рубежное емереклектәр өйөмөнә әйләнә. Социаль учреждениелар ҡалмай тиерлек. Сираттағы һөжүмдән һуң Ивановтар ғаиләһе берҙән-бер фатирын юғалта, уларға эвакуацияланыуҙан башҡа сара ҡалмай. Яҙмыш ҡушыуы буйынса ғаилә Башҡортостанға килеп эләгә. Олеся ул көндәрҙе ҡурҡыныс төш һымаҡ, күҙ йәштәре менән иҫкә ала.

Күп балалы ғаилә ваҡытлыса урынлаштырыу пунктында йәшәй. Олесяның ире Өфөгә килгәс тә Тирмән комбинатына эшкә урынлашҡан. Балаларын мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына урынлаштырырға ярҙам иткәндәр. Хәҙер Ивановтар ипотекаға фатир һатып алыу өсөн тәүге иғәнәгә аҡса йыя. Башҡортостан икенсе тыуған йортобоҙға әйлнде, ти улар.

2022 йылдың 30 сентябрендә Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәһендәге мәхшәргә нөктә ҡуйылды. Халыҡ үҙ ихтыяры менән Рәсәйгә ҡушылды. Референдумдан һуң сиктәр генә үҙгәреп ҡалманы, ә тарихи ысынбарлыҡ тергеҙелде. Бөгөн «Берҙәм Рәсәй» партияһының йәмәғәт штабында ойошторолған осрашыуҙа ла һүҙ ошо мөһим дата, уның тарихи әһәмиәте тураһында барҙы. Йәш быуын данлы үткәнебеҙҙе белергә, тарихи йылъяҙманы боҙоп яҙыуға юл ҡуймаҫҡа тейеш, ти осрашыуҙы ойоштороусылар.

Иҫтәлекле дата айҡанлы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Хәйриә һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн» Почет билдәһе тапшырылды. Парламент наградаһы күптән түгел генә булдырылған. Ул күңел һәм йөрәк ҡушыуы буйынса ирекмәнлек, хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән кешеләргә бирелә. Почетлы знактарҙың тәүге партияһы 17 ирекмәнгә тапшырылды.

Бүләкләнеүселәрҙең күбеһе махсус хәрби операциялағы егеттәребеҙгә даими ярҙам иткән, гуманитар ылауҙар ойошторған ирекмәндәр. Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға транспорт саралары, мунсалар алып бара, маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж шәмдәре яһай, аҙыҡ-түлек әҙерләй. Йәғни ил именлеге һағында торған яҡташтарыбыҙға тыуған яҡ йылыһын, теләктәшлек тойғоһон алып барып еткерә.

Әле яугирҙарыбыҙ махсус хәрби операцияла илдең бөтөнлөгө, именлеге өсөн көрәшә, тарихи ысынбарлыҡты тергеҙә. Еңеү өсөн көрәш алғы һыҙыҡта ғына түгел, тылда ла бара. Халыҡ еңеүҙең мөһимлеген, берҙәмлектең көсөн яҡшы аңлай.

Рәмзиә Кәримова

Волна
Акции БСТ