26 колледжда барлығы 680 бюджет урын ҡалған. Был, тәү сиратта, сентябрҙә Дөйөм дәүләт имтихандары тапшырған 9-сы синыф уҡыусыларына урта һөнәри белем биреү программалары буйынса уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге бирә. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында ла абитуриенттарҙы көтәләр. Уҡыу йортондағы йүнәлештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Муся ҡушаматлы бесәй - даими хәстәрлек һәм иғтибар. Кушнаренко ауыл хужалығы колледжында ветеринария йүнәлешен үҙләштергән йәштәр йорт хайуандарынан тыш, эре мал менән дә эш итергә өйрәнә. Ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, диагностика һәм дауалау алымдары - уҡыу программаһы 3 йыл да 10 айға иҫәпләнгән. Бында, хатта, Татарстандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән дә килеп белем алыусылар бар.
Ветеринар-фельдшер булырға теләүселәр йылдан-йыл арта ғына. Ошоға бәйле уҡыу йорто быйыл өҫтәп тағы ла бер төркөм студенттар йыйған.
Колледжда ауыл хужалығы машиналарын һәм ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса слесарь, тракторсы-машинистар ҙа әҙерләнә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш өлкәләре, туҡланыу индустрияһы - уҡыу йортонда эшсе һөнәрҙәр әҙерләүгә баҫым яһала.
Кушнаренко ауыл хужалығы колледжының 94 йыллыҡ тарихы бар. Быйылдан башлап ул 1939 йылда ошо уҡыу йортон тамамлаған Советтар Союзы геройы Василий Ильич Утин исемен йөрөтә. Яу яланында ҡаһармандарса һәләк булған шәхестең исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡарыла, яңыраҡ ҡына уның иҫтәлегенә бюст ҡуйылған.
Урта махсус һөнәри белем программалары буйынса бюджет урындарҙың арттырылыуы, хеҙмәт баҙарында ихтыяж менән файҙаланылған яңы йүнәлештәр асылыуы ла - колледждың үҫеш мөмкинлектәрен киңәйтә.
Республика иҡтисадының өҫтөнлөклө тармаҡтарына кадрҙар ихтыяжына бәйле быйыл урта һөнәри белем биреү программалары буйынса бюджет урындар 2 меңгә арттырылған. Ҡайһы бер уҡыу йорттарында документтар ҡабул итеү әле лә дауам итә.
Башҡортостанда сығарылыш синыф уҡыусылары араһында колледждарҙы һайлаусылар йылдан-йыл арта, быйыл күрһәткес 66 процентҡа еткән.
Кушнаренко ауыл хужалығы колледжына килгәндә, бюджет урындар һанаулы ғына ҡалған. Тәжрибәле педагогтар йәштәрҙе әүҙемерәк булырға, үҙебеҙҙең уҡыу йорттарын һайларға саҡыра.
Гөлназ Хәйбуллина



