Өфө протезлау үҙәге яугирҙарға әүҙем тормошҡа ҡайтырға ярҙам итә

Аяҡ-ҡулдары имгәнгән пациенттар яңынан әүҙем тормошҡа ҡайта.Өфө орто-инновациялар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте заманса реабилитация технологиялары ярҙамында юғалған функцияларҙы тергеҙеүҙән тыш, тән эстетикаһын ҡайтарыу мөмкинлеген дә бирә. Йыл башынан ойошмала 500-гә яҡын протеэ эшләнгән, уларҙың 32- һе микропроцессор менән идара ителә. Ҡул өсөн силикон протез етештереүселәр, аяҡ протездарын, микропроцессор менән идара ителгәндәрен эшләүҙә махсуслашыусылар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында

24 йәшлек Тимур Күсәрбаев үҙен әүҙем тормошҡа ҡайтырға ярҙам иткән табиптарға һәм протез етештереүселәргә сикһеҙ рәхмәтле. Ул 2022 йылдың көҙөндә мобилизациялана һәм алғы һыҙыҡҡа эләгә. 2024 йылда хәрби бурысын үтәгәндә егеткә табанына мина ярсығы эләгә һәм ҡаты яралана. Яу яланынан Тимурҙы атаһы хәүефһеҙ ергә алып сыға. Егет госпиталдә ҡатмарлы операциялар үткәрә, әлеге мәлдә Тимур протезға тулыһынса яраҡлашҡан. Спорт менән шөғөлләнә,ҡышҡыһын конькиға баҫҡан, фитнес-залға йөрөй, йүгереү тренажерында күнекмәләр яһай, велосипед спорты менән шөғөлләнә, походтарға сыға.Һынауҙарға бирешмәй, тулы тормош өсөн көрәшеүен дауам итә.

Яраланғандан һуң 3 ай үткәс протезға баҫтым. Һәм шунда уҡ йөрөй һәм күнегә башланым. Хатта дауахана карауатында ятҡанда,биш литрлыҡ һыу баллондарын өҙөлгән аяғым менән күтәрҙем. Был мускулдарҙың һәм быуындарҙың һығылмалылығын һаҡлап ҡалырға ярҙам итте. Әлеге ваҡытта уңайһыҙлыҡ тоймайым. Был үҙәктәге ҡорамалдар һәм йыһаздар миңә реабилитацияны тиҙләтергә ярҙам итте.

Тимур Күсәрбаев, Махсус хәрби операция ветераны, «Шайморатов» һәм «Батырлыҡ» ордендары кавалеры

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла аяҡһыҙ-ҡулһыҙ ҡалған яугирҙарҙы протезлау һәм реабилитациялау мәсьәләһе көнүҙәк Йыл башынан аяҡ-ҡулдарын юғалтҡан яугирҙарға 148 протез эшләнгән.Был үҙәктә ампутация кимәле төрлө булған кешеләргә эшкә яраҡлы функцияларҙы тергеҙеү мөмкинлеге дәүләт ярҙамы менән бушлай күрһәтелә.

Протезлауҙы тулыһынса дәүләт финанслай. Һәр пациент беҙгә электрон сертификат менән килә.Унда реабилитация һәм протезлау өсөн тейешле сумма һалынған.

Татьяна Осипова, Протезлау һәм реабилитация үҙәге генераль директорының беренсе урынбаҫары

Дауалау физкультураһы залы 15-ләгән ҡорамал менән йыһазландырылған. Пациенттар белгестәр яҙамы менән протезлауға әҙерлек этабын үтә.Һуңынан әҙер протездарҙы кейгәндән һуң теүәл симметрияны тотоп атларға, протездарҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәнә. Реабилитация протезлауҙа бик мөһим этап булып тора.

Өфө орто-инновациялар яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йыл һайын Башҡортостандың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан производствоны үҫтереүгә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға субсидиялар ала.

Тап ошо ярҙам арҡаһында силикон изделиелар етештереү буйынса протезлауҙың яңы участкаһы асыла.Силикон протездар етештереү өсөн Кристина Дорецкая яуаплы.

Беҙ етештергән силикон протез бармаҡтар бик уңайлы.Ваккум һәм һығылмалылыҡ арҡаһында улар шыуып төшөп ҡалмаясаҡ.Беҙгә йыш ҡына өлкән йәштә бармаҡ суҡтарын юғалтҡан пациенттар мөрәжәғәт итә.Беҙ етештергән силикон протездар,уларға кеше иғтибары артыҡ йәлеп итмәй, үҙҙәрен күпкә уңайлы итеп тойорға ярҙам итә.

Кристина Дворецкая, Силикон протездар эшләү буйынса белгес
Башбат

2023 йылда алған субсидияны предприятие производствоны үҫтереүгә йүнәлткән. Силиконды йәйеү өсөн өҫтәл валдары һатып алынған. Улар ярҙамында мастер силиконды тәгәрәтә һәм пациенттың тән төҫөнә буяй,конвекциялы термошкафта бармаҡ формаһын алған изделие алына..

Силикон протездар ошо кабинетта етештерелә. Улар пациенттарға тән эстетикаһын ҡайтарыу мөмкинлеген бирә. Ампутация үткәргән кешеләргә үҙ-үҙенә ышанырға һәм тулы тормош менән йәшәргә ярҙам итә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ