Өфөлә халыҡ ижады буйынса эксперт советының 20-се ултышы үттеБөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән эксперт советының 20-се ултырышында күпләп башҡорт халыҡ бейеүҙәре ҡаралды. Фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән өс тиҫтәләп объект буйынса фекер алышты. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Йылайыр районынан Юрий Емельянов комиссия ағзалары алдында ҡайын туҙынан көй сығарыу серҙәре менән бүлеште. Уға өҫтәп таҡмағын да әйтте. Ошо рәүешле замандашыбыҙ белгестәргә үҙ төбәгендә һаҡланған халыҡ ижады өлгөһөн күҙ алдына баҫтырҙы. Аш-һыуға бәйле тәҡдимдәр араһында йылайырҙар мышы итенән бешерелгән ризыҡ төрҙәрен, Мәләүездәр төҫлө туҡмас әҙерләүҙе сығарҙы. Саранан шулай уҡ балтастар ҙа ситтә ҡалманы. Улар халыҡ уйындарын яҡланы.
Эксперт советының 20-се ултырышында төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән өс тиҫтәләп объект ҡаралды. Уларҙы теркәү буйынса фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре фекер алышты. Был юлы сараға башҡорт бейеүҙәре күпләп тәҡдим ителде. Белгестәр уларҙың халыҡсанлығына иғтибар итеп, башҡарыу кимәленең бөгөн юғала барыуын билдәләне.
Әлбиттә, эш тик бының менән сикләнмәйәсәк. Белгестәр матди булмаған байлыҡтарҙы төбәк һәм федераль реестрға индереүҙән тыш, халыҡ ынйыларын пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә инде комиссия ултырышында ҡаралған барлыҡ объекттар ҙа айырым журналда нәшер ителә.
Азат Ғәлиуллин




