Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн бурыстарҙы түләтеү буйынса рейдтар үтә

Суд приставтары республика буйынса бурыслыларҙың йәшәгән урынына бара. Бурысты түләүҙән баш тартҡан осраҡта түләмәүселәргә ҡарата мәжбүри саралар ҡулланыла: банк иҫәптәренә арест һалына, сит илгә сығыуға сикләү индерелә, мөлкәт тартып алына. Йыл башынан суд приставтары торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыслыларҙан 722 миллион һум аҡса түләткән, мөлкәткә 1088 арест һалған.

Исемлектә төрлө категория граждандар, аҡсаһы булып та түләмәүселәр бар. Ауыр тормош хәленә эләккәндәр өсөн бүлеп түләү мөмкинлеге биргән программа бар.

Бурыс хаҡында Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығының рәсми сайтында белергә мөмкин.

Сираттағы рейд барышында ҡуртымға бина биреүсенең мөлкәте тикшерелде. Уның хужаһы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләмәгән. Бурысын ҡапламаһы, бинаға арест һалына һәм һатыуға сығарыла.

Анастасия Куляпина, Өфөнөң Совет Районы суд приставтары бүлеге суд приставы-башҡарыусыһы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ