Шаран районы Дүртөйлө ауыл биләмәһендә Алексей Кондратьев исемендәге мәктәптә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләрен хөрмәтләү тантанаһы үтте.
Кисә халыҡ-ара ололар көнөнә арналды. Өлкәндәр алдында мәктәп уҡыусылары йыр-бейеү менән сығыш яһаны. Ауыл советынан Ватанды яҡлауға 32 яугир юлланған, уларҙың өсөһө хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған, өсөһө хәбәрһеҙ юғалған.
Ҡаһарман яҡташтары иҫтәлегенә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы буйынса Дүртөйлө ауылы халҡы 32 миләш үҫентеһе ултыртты. Ауыл биләмәһе етәкселеге байрамға килә алмағандарҙы өйҙәренә барып ҡотланы. «Грубиян» ҡушаматлы яугир хәрбиҙәр сафына үҙ теләге менән баҫҡан.



