Ведомствоның яңы етәксеһе менән Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы. Александр Окатьев хеҙмәт юлын 1993 йылда прокуратурала башлай. 2004 -2012 йылдарҙа Киров өлкәһе прокуроры урынбаҫары булып эшләй. 2018 йылда Александр Окатьев Волга буйы федераль округының Генераль прокуратура идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
Баш федераль инспектор алдында республикала коррупцияға ҡаршы көрәш, хоҡуҡи тәртипте һаҡлау, Ил президенты ҡуйған милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу кеүек мөһим бурыстар тора.



