Башҡортостанда энергетика инфраструктураһына 20 миллиард һум инвестиция йүнәлтелде

Республиканың энергетика тармағы ил кимәлендә иң күләмле һәм һөҙөмтәле эшләгәндәр иҫәбендә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһен асыу тантанаһында билдәләне. Алдынғы компанияларҙың экспозициялары менән танышыуҙан тыш, ул телекүпер режимында электр уты менән тәьмин итеүсе яңы объекттарҙы сафҡа индереүҙә ҡатнашты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ҡарман дәүләт район электр станцияһының энергия блогына федераль программа буйынса күләмле реконструкция уҙғарылған. Башҡарылған эш төп ҡоролманың ышаныслы һәм аварияһыҙ эшен тәьмин итәсәк. Рәсәй энергетика форумын асыу тантаһында телекүпер режимында Иглин районындағы «Алаторка» 110 киловольтлы подстанцияһы, электр тапшырыу линиялары сафҡа индерелде. Был муниципалитет өсөн генә түгел, Өфөнөң көнсығыш ҡала яны үҫешенә лә ҙур этәргес.

Быйыл ғына Башҡортостандың энергетика системаһы инфраструктураһын үҫтереүгә яҡынса 20 миллиард һумлыҡ инвестиция йүнәлтелгән. Радий Хәбиров республика предприятиелары етәкселегенә һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

«Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһендә Рәсәй, Белоруссия һәм Ҡытайҙан 100-гә яҡын компания ҡатнаша. Улар электр үткәргес сымдарҙан алып бейек трансформаторҙарға тиклем-7000 квадрат метр майҙанда энергетика тармағындағы инновацион эш алымдары, яңы ҡорамалдар тәҡдим итә. Ошонда уҡ күләмле инвестиция программалары менән дә танышырға мөмкин.

Электромобилдәр өсөн етештерелгән электр заряд станциялары ла ихтыяж менән файҙаланыла. Уларҙың иҫәбе буйынса былтыр республика Волга буйы федераль округында беренсе, ә Рәсәй кимәлендә икенсе урын алғайны.

Рәсәй хөкүмәте ҡабул иткән концепцияға ярашлы, 2030 йылға ил баҙарының 15 процентын электромобилдәр яуларға тейеш, йәғни был төр транспорт яҡынса миллион ярымға етәсәк. заряд инфраструктураһын үҫтереү буйынса дәүләт программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Башҡортостанда бөгөн электр заряд станциялары 900 машинаны хеҙмәтләндерә.

Энергетика тармағын кадрҙар менән тәьмин итеү ҙә-республика өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Төбәк башлығы Радий Хәбиров урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары тарафынан әҙерләгән эскпозицияларҙы ҡарап, буласаҡ инженерҙарҙың проекттарын да юғары баһаланы.

Ҡеүәтле энергетика иҡтисад үҫешенә лә йоғонто яһай. Федераль программа буйынса ғына республикала 8 эре проект тормошҡа ашырыла. Киләсәккә лә пландар ҙур.

Форумға килгәндә, сара майҙанында тәүге тапҡыр Электр монтажлаусы көнө үтә, шулай уҡ һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе уҙғарыла. Вакансиялар йәрминкәһендә республиканың алдынғы компаниялары эш урындары тәҡдим итә. Шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар өсөн төбәктең сәнәғәт объекттарына технологик турҙар ойошторола.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ