«Хәстәрлек поездары» 11 районда 21 тораҡ пунктта халыҡты ҡабул иткән

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Республика башлығы белдереүенсә, социаль өлкә белгестәренең күсмә хеҙмәтләндереү форматы ете йыл уңышлы эшләгән «Сәләмәтлек поезы» миҫалында барлыҡҡа килде.

Акция сиктәрендә төпкөл ауылдарға Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Социаль фонд, медик-социаль экспертизаһы һәм башҡа хеҙмәттәр вәкилдәре бара. Халыҡ төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Кемдер табипҡа яҙылырға, ҡайһы берәүҙәр социаль ярҙам алырға, инвалидлыҡ юлларға тип килә. Бар һорауҙарҙы ла белгестәр контролгә ала. «Хәстәрлек поезы» хәрәкәте графигын төҙөгәндә өҫтөнлөк «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусыларға бирелә. Яҡын арала социаль хеҙмәткәрҙәр Көйөргәҙе һәм Салауат райондарына юлланасаҡ, тип яҙа Радий Хәбиров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ