Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш өс мең ярымдан ашыу егеткә ҡағыла

Башта йәштәр уҡыу берләшмәләренә һәм хәрби частарға ебәрелә. Унда улар заманса хәрби техниканы үҙләштерә, һөнәр ала, ә һуңынан әҙерлек буйынса хеҙмәтен дауам итә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы йыйыу пунктынан ғәскәрҙәргә оҙатыу октябрь уртаһында башлана. Әлеге ваҡытта хәрби комиссариаттарҙа йәштәр медицина тикшереүе үтә. Көҙгө саҡырылыш кампанияһы «Берҙәм хәрби иҫәп реестры»дәүләт мәғлүмәт системаһын файҙаланып үткәрелә.

Йәғни, хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында электрон һәм ҡағыҙ повесткалар ебәрелә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ