Баш ҡалала финанс белемде тикшереү буйынса Бөтә Рәсәй чемпионатының төбәк этабы үтте. Акция республикала тәүге тапҡыр ойошторолоуға ҡарамаҫтан, ике йөҙләп кеше ҡатнашты. Улар сентябрь дауамында барған лекцияларҙа мутлашыусылар схемаһына эләкмәү һәм гаджеттар менән эш иткәндә хәүефһеҙлек ысулдарына төшөндө. Һуңынан теләге булған һәр кем финанс грамоталылыҡ буйынса чемпионатҡа ҡушылып, ошо өлкәгә ҡағылышлы закондарҙы белеү буйынса үҙҙәрен һынап ҡараны. Пенсионерҙар өсөн иң отошло тарифтарҙы асыҡланы.



