Республикабыҙ ҙур түгел, әммә ҡеүәтле һәм алдынғы. Ул тотороҡло үҫешә, илебеҙҙең ныҡлы терәге булып тора. Бөгөн Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу дәүләте менән хеҙмәттәшлек итә. Сауҙа-иҡтисади, фәнни, мәҙәни бәйләнештәр киңәйә. Тимәк араларҙы бәйләгән дуҫлыҡ күперҙәре лә нығый бара.




