Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Август һәм сентябрь айҙарында ямғырҙар арҡаһында Бөрө, Благовар, Благовещен, Иглин, Илеш, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле һәм Шишмә райондарында сәсеүлектәр юҡҡа сыҡҡан. Был райондарҙағы ауыл хужалығы предприятиелары зыян күләмен баһалап Республика ауыл хужалығы министрлығына документтар тапшырырға тейеш. Башҡортостанда бөгөнгә иген баҫыуҙарының 89 процентында эш теүәлләнгән. 3 миллион 440 мең тонна уңыш йыйылған.




