Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың әсәһен һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашты. Республика етәксеһе мәрхүмәнең яҡындары һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Тәскирә Абдразаҡова төбәк мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес. Башҡортостан киносәнғәтенә нигеҙ һалыусы Әмир Ғәбделмән улы менән улар Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артистары Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙы тәрбиәләй. Улдары уларҙың исемен тотош Ер шарына данлай. Донъяуи сәнғәт көмбәҙендә ике йондоҙ ҡабыҙған Тәскирә Ниғмәтйән ҡыҙының йөрәге тибеүҙән 1 октябрь-Музыка көнөндә туҡтаны



