Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында яңы ижад миҙгеле асылды. 87-се ижад миҙгелендә филармонияның бәләкәй залында үҙенсәлекле музыка ҡоралы клавесиндың исем туйы үтһә, ҙур залда Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры ҡатнашлығында сағыу концерт программаһы күрһәтелде.
Филармонияның бәләкәй залында клавесин моңдары тәүгә яңғыраны. Үҙенсәлекле музыка ҡоралы Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы ярҙамында һатып алынған. Иҫ киткес нескә моңло клавесин Венеция оҫтаһы Джованни Баффоның инструменты өлгөһөндә эшләнгән.Яңы инструмент музыка тарихының тергеҙелгән өлөшө лә. Клавесин Мәскәүҙә Рәсәйҙең Дмитрий Белов оҫтаханаһында юғары профессионалдар тарафынан яһалған.
Йомшаҡ һәм яңғырауыҡлы клавесинда беренсе булып Эльвира Ямалова сығыш яһаны. Яңы миҙгелдә музыкант төрлө милли клавиатура мәктәптәренә арналған концерттар менән сығыш яһарға ниәтләй.
Яңы ижад миҙгеле асылыуын тамашасылар айырыуса көтөп ала. Быйылғы 87-се миҙгел республиканың Халыҡ инструменттары милли оркестрының 25 йыллыҡ юбилейына арналды. Художество етәксеһе һәм оркестрҙың баш дирижеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Мөхәмәтйәнов етәкселегендә коллектив артистары үҙенсәлекле программа тәҡдим итте.
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ла ярҙам ҡулы һуҙа. Гуманитар ылауҙар оҙата, махсус хәрби операциялағыларҙың рухын күтәреү өсөн концерт программалары менән сығыш яһай.
Ҙур залда тиҙҙән Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрының юбилей алды концерты көтөлә. Яңы ижад миҙгеленең төп проекты Ҡурай көнө 10 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙасаҡ. Бынан тыш, филармонияның реклама бүлеге тамашасыларға яңы ташламалар ҙа тәҡдим итә.
Филармония сәхнәһендә яңғыраған көй-моңдар йөрәктәрҙе-йөрәктәргә тоташтырҙы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективы 87-се ижад миҙгелендә лә ташамасыларға сағыу концерттар, фестивалдәр, ижади кисәләр тәҡдим итәсәк..
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының 87-се ижад миҙгеле ул ноталарға уйыпған моңло тарих.Был залда Милли оркестрҙың яңғыруына Хөсәйен Әхмәтовтың рухы ла ҡыуанғандыр. Филармония тарихы халҡыбыҙ мәҙәниәте традицияларына, ҡыйыу эксперименттарға, легендалар тауышына һәм йәш таланттарҙың тәүге аҙымдарына үрелеп барыуы менән ҡиммәтле.
Гүзәл Борханова




