Башҡортостанда Бөтә Рәсәй тарихсылар конференцияһы үтте

Республика көнөнә арналған форумда ғалимдар, музей һәм архив хеҙмәткәрҙәре, дәүләт эшмәкәрҙәре-барлығы йөҙҙән ашыу тарих белгесе ҡатнашты. Конференцияла тарихи мәғлүмәтте һаҡлау, яңы гео-сәйәси шарттарҙа тарихи ваҡиғаларҙы дөрөҫ яҙыу, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү кеүек һорауҙар ҡаралды.

Семинарҙа ҡатнашыусылар мәғариф системаһында 1 сентябрҙән ғәмәлгә ингән үҙгәрештәр, федераль министрлыҡ тарафынан раҫланған яңы ҡарарҙар буйынса фекер алышты. Сентябрҙән уҡыу программаһында тарих фәне сәғәттәре арттырылды, туған яҡты өйрәнеү предметына ла иғтибар көсәйтелде.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ