Унда абруйлы ҡунаҡтар, мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һәм тармаҡ ветерандары ҡатнашты. Сығыш яһаусылар уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, баш ҡала мәктәптәрендә йылдан-йыл белем сифаты үҫеүен билдәләне. Быға йәш быуындың Бөтә Рәсәй олимпиадаларында даими еңеүҙәре асыҡ дәлил, уҡыусылар шулай уҡ донъя кимәлендә лә уңышлы сығыш яһай.
Былтыр «Өфөнөң почетлы педагогы» наградаһы барлыҡҡа килгәйне. 16 уҡытыусыға маҡтаулы исем менән бергә 50 мең һум күләмендә премия тапшырылды. Быйыл 10 мең һумға арттырылған матди бүләк менән 30 хеҙмәткәрҙең хеҙмәте баһаланды.



