Ауырғазы районы Татар Нуғаҙағы ауылында яңы спорт майҙансығы асылды

Объект «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһы буйынса сафҡа индерелде. Заманса спорт майҙансығын төҙөүгә ауыл халҡы әүҙем ҡушылған. Меценат, «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе лә төҙөлөшкә 1 миллион һум аҡса йүнәлткән. Бында балалар һәм өлкәндәр өсөн спорт менән шөғөлләнер, район кимәлендәге ярыш-бәйгеләр үтер тип күҙаллана. Биләмәлә футбол, волейбол, баскетбол уйнау өсөн дә шарттар булдырылған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ