Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Байрам уңайынан төбәк етәксеһе бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантанала мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында торған бурыстар билдәләнде, һөҙөмтәләр барланды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Уҡытыусылар көнөндә бүләкләнгән педагогтарҙың хеҙмәт стажы тиҫтә йылдар менән иҫәпләнә Тормош юлын балалар уҡытыуға, уларҙы тәрбиәләүгә бағышлаған тәжрибәле һөнәр эйәләрен Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Башҡортостан уҡытыусылары Рәсәй кимәлендәге конкурс-олимпиадаларҙа еңеүселәрҙе тәрбиәләй. Байтаҡ уҡыусылар өсөн улар педагог ҡына түгел, остаз, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер кәңәшсе лә.
Республикала тәрбиәсе, уҡытыусы, ғалим һөнәренең абруйын күтәреү, педагогик хеҙмәт оҫталарына ярҙам итеү өсөн күп яҡлы эш башҡарыла. Уҡытыусыларҙы ҡағыҙ эшенән бушатыу, заманса эш шарттары ойоштороу һорауҙарына иғтибар бүленә.
Башҡортостанда 42 меңгә яҡын педагог иҫәпләнә. Улар даими рәүештә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа еңеү яулай. Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары баллға тапшырған уҡыусылар ҙа иң элек уҡытыусыларҙың тырыш хеҙмәте күрһәткесе.
Флорида Ким




