Ҡалтасы районында эшләүсе предприятие ярымфабрикаттар әҙерләй

Өйҙәгесә тәмле. Ҡалтасы районында эшләүсе предприятие ярымфабрикаттар әҙерләй, ҡамыр ризыҡтары бешерә. Бынан тыш, магазин һәм төрлө учреждениеларҙы таҙартылған йәшелсә менән тәьмин итә. Компанияның барлыҡ йүнәлештәрендә дөйөм алғанда 300-ҙән ашыу хеҙмәткәр эшләй. Яңыраҡ ойошма Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы субсидияһы ярҙамында заманса ҡорамалдар һатып алған. Теманы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Көн һайын 250 килограмм картуф, 100 килограмм һуған һәм 80 килограмм кишер таҙартыла. Улар мәктәп, балалар баҡсалары һәм башҡа учреждениелар ашханалары буйлап таратыла. Йәшелсәне таҙартыуҙа махсус ҡоролма ярҙамлаша. Ҡул менән иһә ваҡ быстраҡтарҙы ғына алырға ҡала. Тамыраҙыҡтарҙың һаҡлау ваҡытын оҙайтыу маҡсатында вакуум техникаһы ҡулланыла.

Йәшелсәләр Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм Екатеринбургтан килтерелә.

Аҙнаһына 5 тонна ярымфабрикат. Кәтлит, билмән, манты һәм башҡалары. Аш-һыу әҙерләү өсөн төрлө ит ҡулланла. Шул иҫәптән»Хәләл«стандарты буйынса йылҡы, күркә һәм тауыҡ итенән ризыҡтар әҙерләнә.

Стена аша икмәк, пиццалар, заказ буйынса пирогтар, бауырһаҡ һәм башҡа күп төрлө ҡамыр ризыҡтары бешерелә. Шулай уҡ әҙер төшкө аштар фасовкалана. Был цехта эш бер ваҡытта ла туҡтамай. Бер сменаны икенсеһе алмаштыра.

Предприятие етештергән аҙыҡ-түлек Ҡалтасы һәм Борай райондарындағы магазиндарҙа, шулай уҡ урындағы супермаркеттарҙа һатыла. Компанияның егерменән ашыу сауҙа нөктәһе һәм кафеһы бар. Йәмғеһе, уларҙа 350 кеше эшләй. Ойошма етәкселәре субсидиялар менән дә әүҙем файҙалана. Компания ауыл хужалығы министрлығынан йәшелсә таҙартыу машиналары һәм ҡамыр ризыҡтарын бешереүсе мейестәр һатып алыуға биш миллион һум самаһы субсидия алыуға өлгәшкән.

Быйылдан яңы йүнәлеш астыҡ-хәҙер үҙебеҙ әҙерлгән продукцияны сит төбәктәргә һатабыҙ, урындағы эшҡыуарҙар менән берләшәбеҙ. Дөйөм алғанда, баҙарҙағы хаҡтарҙы анализларға һәм хеҙмәткәрҙәребеҙгә уртаса күрһәткестән бер аҙ юғарыраҡ эш хаҡы түләргә тырышабыҙ.

Алмаз Низаметдинов, компания идарасыһы

Компания продукцияһын Өфө, Силәбе өлкәһенең һәм Мәскәүҙең ҡайһы бер магазиндарында табырға мөмкин. Эшҡыуар киләсәктә географияны киңәйтергә һәм артабан да һатып алыусыларҙы өй ризыҡтары менән ҡыуандырырға ниәтләй.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ